12:31 (UTC+5), 02 Апреля 2019

Баш ҡалала санитар айлыҡ ваҡытында «Махсус автохужалыҡ» сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Санитар айлыҡ ваҡытында, 11 майға тиклем, «Өфөнөң махсус автохужалығы» сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә. Был хаҡта бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе Юлия Косарева хәбәр итте.
Республикала дөйөм өмәләр 6 һәм 27 апрелдә, ҡалала иһә 6, 20, 27 апрелдә ойошторола. Санитар йомалар 11 майға тиклем аҙна һайын үткәрелә.
Өфөлә йәшәүселәр йәшелләндереүгә ғаризаны интерактив картала, шулай уҡ экология бүлегендә һәм район хакимиәттәрендә ҡалдыра ала. Өфөлә ҙур ағастар ултыртыу өсөн 196 урын билдәләнгән.
«Карта берҙәм тәҙрә режимында ҡаланың экологик мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирә. Ике йыл эсендә ҡала халҡының мөрәжәғәттәре буйынса 277 сүплек юҡ ителгән», — тип билдәләне Юлия Косарева.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов «ағастар оҙаҡ үҫһен өсөн» ҙур ағастар һәм үҫентеләр ултыртыу урындарын контролдә тоторға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика