11:07 (UTC+5), 01 Апреля 2019

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдарындағы билдәләргә бәйле хәлде асыҡларға ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 1 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа һәм республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына төбәк юлдарындағы билдәләргә бәйле хәлде асыҡларға ҡушты.
Республика етәксеһе йыйылыусыларҙан Башҡортостанда билдәләргә бәйле хәлдең нисек булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов һүҙҙәренсә, улар бөтөнләй юҡ тиһәң дә була, ведомство билдәләрҙе термопластиктан эшләргә кәңәш итә.
«Республикала билдәләр юҡ тиерлек, быны барыһы ла күрә. Билдә һалына — бер айҙан ул юҡ. Беҙ бер нисә тапҡыр республика, федераль юлдарға булһа ла термопластик менән һыҙырға тәҡдим иттек, ләкин әлегә беҙҙе ишетмәнеләр, эште башланыҡ, әммә бик насар», — тине Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл төбәктәге бөтә юлдарға термопластик менән һыҙыу күҙаллана, тейешле эштәр башланған.
Бынан тыш, Өфө билдәне термопластик менән һыҙыу өсөн өс ҡулайлама һатып алған, быйыл баш ҡалала тап ошондай билдәләр барлыҡҡа килә. Республиканың башҡа ҡалаларына килгәндә, әлегә уларҙа элеккесә ҡала. Термопластик менән һыҙыу ябайына ҡарағанда дүрт тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы билдәләнде.
«Ябай буяу бер айға ла етмәй. Мәсьәләне тикшерегеҙ һәм аҙна эсендә быйыл билдәләр буйынса нимәләр эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында миңә тәҡдимдәр индерегеҙ», – тине Башҡортостан етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика