Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 16:05

Республикала бер йылда 48 йәштән өлкән биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсә булған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған. Республиканың төрлө райондарынан тағы биш ҡатын-ҡыҙ шул йәштә икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан. Был турала Рәсәйҙең Социаль страховкалау фонды хәбәр итә.
Шулай уҡ фонд белгестәре иң ҙур ауырлыҡтағы сабыйҙың Өфөлә донъяға килеүен билдәләгән — 5,63 килограмм. Ә Стәрлетамаҡ малайы иң буйсаны тип танылған — 67 сантиметр.
2018 йылда «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе Башҡортостандың медицина ойошмаларына 462,3 миллион һум бүлгән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙ консультациялары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған.
Читайте нас: