Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2019, 13:00

Республика Хөкүмәте Салауаттағы бала табыу йорто буйынса концессия килешеүен тарҡатырға хәл итте

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Генус» шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона ҡағылышлы концессия килешеүен тарҡатырға хәл итте. Был хаҡта үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итте.
«Концессияны тормошҡа ашырыуҙа килеп тыуған проблемалар хаҡында барыһы ла белә. Эш хаҡы, пенсия тәьминәте, ремонттың булмауы, өҫтәүенә көс ведомстволарынан ҡатын-ҡыҙҙар зыян күрҙе. Концессионерҙар, бала табыу йорто коллективы менән бер нисә тапҡыр осрашып һөйләшкәндән һуң концессия килешеүен тарҡатырға хәл ителде (яҡтарҙың килешеүе буйынса)», — тип яҙҙы Ленара Иванова.
Бала табыу йорто Салауат ҡала дауаханаһы структураһына кире ҡайтарыла.
«Ләкин республика был объектты ташлап ҡуйыу өсөн кире ҡайтармай. Тиҙ арала унда капиталь ремонт яһарға, ҡорамалдарҙы яңыртырға тырышырбыҙ», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы.
Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә бала табыу йорто директорының коллектив алдында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкиле Наталья Евдокимоваға учреждениела табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 61 мең, неонатологтарҙың — 66,5 мең, акушеркаларҙың — 35,4 мең, балалар шәфҡәт туташтарының — 29,5 мең, кесе персоналдың 21,3 мең һум тәшкил итеүе тураһында хәбәр иткән видео баҫылды. Был мәғлүмәттән һуң зал алҡыштарға күмелде. «Известия» мәғлүмәттәре буйынса, бала табыу йортон шәхси ҡулдарға күсереү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға һәм персоналға эш хаҡын арттырыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан. Ләкин ысынында учреждение хеҙмәткәрҙәре медицина стажын һәм льготаларын юғалтҡан, ә эш хаҡы элеккесә ҡалған.
Башҡортостан Хөкүмәте менән «Генус» компанияһы араһында Салауаттағы бала табыу йортон төҙөкләндереү тураһында концессия килешеүе 2017 йылдың декабрендә төҙөлгән. Килешеү шарттарына ярашлы, Башҡортостан дауахананы акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн 23 йылға шәхси ҡулдарға тапшырған. Инвестор медицина учреждениеһына ремонт яһарға һәм уны тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырырға һүҙ биргән. «Генус» проектҡа 286,3 миллион һалырға ниәтләгән, шуның 70% диагностика техникаһын һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш булған.
Читайте нас: