10:44 (UTC+5), 27 Марта 2019

Өфө һәм Башҡортостан гербтары менән маркалар почта әйләнешенә сыға

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә Өфө һәм Башҡортостан гербтары менән маркалар почта әйләнешенә сыға.
Марка почта блогына һыҙыҡ эсендә урынлаштырылған. Ул «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм ҡалаларының гербтары» серияһы сиктәрендә махсус почта штемпеле һәм конверт менән бер үк ваҡытта сығарылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте «Рәсәй почтаһы» филиалына һылтанып хәбәр итә.
Почта маркаһында — Өфө ҡалаһы гербы, почта блогы һыҙығында Башҡортостан гербы һәм Рәсәй картаһы төшөрөлгән.
Марка 28 мартта Өфө почтамты ҡарамағындағы элемтә бүлексәһендә әйләнешкә сыға.
Өфөнөң хәҙерге гербы 2006 йылда раҫланған. Ул һыуһар төшөрөлгән тарихи герб нигеҙендә эшләнгән.
Почта блогының тиражы — 30 мең дана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика