11:42 (UTC+5), 25 Март 2019

Төбәктә талпандар уянған: ике тешләү осрағы теркәлгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 25 мартта «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» лабораторияһына ике кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙәктең вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Шамил Ибраһимов хәбәр итте.
«Бер талпанды — Туймазынан, икенсеһен Өфө районының Булгаков ҡасабаһынан килтерҙеләр, — тине лаборатория мөдире. — Бөгөн беҙ уларҙы тикшереүгә ҡуйҙыҡ, кискә бөжәктәрҙең вирус менән зарарланғанмы, юҡмы икәнлеге билдәле булырға тейеш».
Шулай уҡ кисә Өфө районының Осоргин ауылында бер кешенең үҙендә талпан табыуы тураһында билдәле булды. Ул белгестәргә мөрәжәғәт итмәгән һәм ҡан һурғыс бөжәктән ҡотола һалған.
Белгестәр әйтеүенсә, быйыл талпандар ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк уянған. Ҡағиҙә булараҡ, бөжәктәрҙең тәүге һөжүм итеү осраҡтары апрель башында теркәлә.
2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» сайтында яңы система эшләй. Лабораторияға мөрәжәғәт иткән граждандарға шәхси номер бирелә, шуның ярҙамында үҙәктең рәсми сайтында һөҙөмтәләрҙе белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика