10:04 (UTC+5), 25 Марта 2019

Республикала 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Был 2010 йылда уҙған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ҡарағанда 5 меңгә аҙыраҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев хәбәр итте.
Киләһе йылда халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән кешеләрҙең аҙайыуы цифрлаштырыу менән бәйле, йәғни күпселек осраҡта мәғлүмәттәр электрон ысул менән тапшырыла.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә иҫәп алыусылар һәм Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында башлана. Иҫәп алыусыларға уңайлы булһын өсөн статистиктар Радий Хәбировтан урам исемдәре һәм йорттоң һаны яҙылған күрһәткестәр ҡуйырға күрһәтмә биреүен һораны.
Белгестәр фаразына ярашлы, 2030 йылға Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың — 180 мең кешегә, эшкә һәләтле йәштән йәшерәктәрҙең 100 меңгә кәмеүе, өлкән йәштәгеләрҙең 145 меңгә артыуы көтөлә.
2019 йылдың 1 ғинуарына республиканың 54 муниципаль районынының 12-һендә халыҡ һаны 20 мең кешенән аҙыраҡ тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика