05:10 (UTC+5), 25 Марта 2019

Июндә Өфөлә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Июндә Өфөлә күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыла. «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин ошо хаҡта белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, һәйкәл «Башҡортостан» дәүләт концерт залы янындағы биләмәлә ҡуйыла. Һәйкәлдең иң яҡшы проектын эшләүгә конкурс иғлан ителгән. Уны июндә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу барышында асыу күҙаллана.
Шәйехзада Бабичтың һәм танылған шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителгәйне.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика