05:49 (UTC+5), 25 Март 2019

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Европа вики-яҙында ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 мартта Wikimedia CEE Spring 2019 бишенсе халыҡ-ара марафоны — Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедиясыларының берлектәге проекты башланды. Ул 31 майға тиклем дауам итә. Акцияла популяр интернет-энциклопедияның Башҡортостан өлөшө ирекмәндәре лә ҡатнаша.
«Ошо проектта йылдан-йыл күберәк илдәр ҡатнаша. Былтыр 24 илдең командаһы бәйгегә сыҡты, быйыл 34 үҙаллы проекттан: илдәрҙән һәм айырым төбәктәрҙән дә, тел бүлектәренән дә вәкилдәр бар. Беҙ башҡорт википедиясылары, дүртенсе тапҡыр сығыш яһайбыҙ һәм былтырғы һөҙөмтәне яҡшыртыуға өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн арабыҙҙа яңы яҙыша башлаған ирекмәндәрҙең булыуы мөһим. Башҡортостан тураһында мәҡәлә яҙған әүҙем мөхәррирҙәргә почта открыткаларын ебәрергә уйлайбыҙ. Ошондай рәхмәт белдереү формаһы Википедияның күп кенә бүлектәрендә ҡулланыла, башҡорт вики-өләсәйҙәре Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренән открыткалар алды ла инде. Хәҙер үҙебеҙ ошо тәжрибәне үҙләштерергә булдыҡ һәм уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеген таптыҡ», — тине интеллектуаль марафондың урындағы бүлеген ойоштороусы, Википедияның Башҡортостан өлөшө администраторы Зөфәр Сәлихов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика