11:58 (UTC+5), 22 Марта 2019

Вячеслав Аброщенко Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Вячеслав Аброщенко Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең йыллыҡ йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Йыйылышта ҡатнашҡан йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының күпселеге Аброщенконың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Ойошманың элекке етәксеһе, билдәле сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Йыһаншин йыйылышта үҙенең вәкәләттәрен туҡтатыуы тураһында белдерҙе. Ул быны ижади пландарға бәйле эшенең күп булыуы менән аңлатты.
«Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын ҡалдырыу — күптән уйланылған ҡарар. Быны былтыр көҙ үк эшләргә теләгәйнем. Эш шунда: әле «Алдан алтыны» тигән романым буйынса фильм төшөрөргә йыйыналар, мин сценарий яҙырға тейешмен, баҡһаң, был эш еңел түгел икән, күп ваҡытты талап итә. Продюсерым сценарий менән ашыҡтыра. Бынан тыш, ошо романдың дауамын яҙырға уйлайым, көс-дәрт булғанда, тауҙарҙа йөрөп ҡайтырға ине».
Камил Йыһаншин Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаларының барыһына ла берлектәге емешле эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ошо дүрт йыл эсендә ойошмаға Рус география йәмғиәтенең илдәге бүлексәләре араһында һуңғы, 85-се урындан, Томск һәм Краснодарҙан ҡала өсөнсө урынға күтәрелә алыуын билдәләне.
Камил Йыһаншин, Вячеслав Аброщенконы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһенә тәҡдим итеп, уның республика Дәүләт Йыйылышы депутаты булараҡ йәмәғәт һәм дәүләт эшендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын, шулай уҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү, уның үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлау өсөн бик күпте эшләүен билдәләне.
«Вячеслав Аброщенкоға Рус география йәмғитенең төбәк бүлексәһен ышанып тапшырһаҡ, был иң дөрөҫ ҡарар булыр тип иҫәпләйем», — тине Камил Йыһаншин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика