12:54 (UTC+5), 22 Марта 2019

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсында Өфөнән Ирина Хисмәтуллина еңеү яуланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2019» республика конкурсын ябыу тантанаһы үтте.
Унда республикабыҙҙың башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физкультура, химия, биология, математика, физика уҡытыусылары ҡатнашты.
Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөләге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина лайыҡ булды. Бынан тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. Хәҙер педагог «Йыл уҡытыусыһы-2019» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.
«Федераль конкурс алдынан ҙур яуаплылыҡ тоям, — тине Ирина Хисмәтуллина. — Бөтә уҡытыусылар ҙа көн һайын мәктәпкә йәшәү һәм эшләү теләге менән барһын ине. Сөнки уҡытыусы — иң мөһиме, әгәр ул үҙенең эшенән илһам ала, яҡты киләсәкте күрә, балаларыбыҙға оптимизм өлгөһө күрһәтә икән, барыһы ла һәйбәт булыр».
Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — баш ҡаланың 7-се мәктәбенән Гөлшат Ғәбитова. Татар теле уҡытыусылары араһында — Дүртөйлө районының Өсбүлә ауылы мәктәбенән Айгөл Фәрхетдинова.
Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы тип Өфөнөң 160-сы лицейынан һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимерова танылды.
Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте исемен Туймазы районының Собханҡол ауылынан Елена Бакиева алды.
Сухомлинский миҙалына Әбйәлил районының Күсимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин лайыҡ булды.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика