11:04 (UTC+5), 21 Марта 2019

Республикала бер подъезды төҙөкләндереү уртаса 337 мең һумға төшә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Алдағы алты йылда Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа 26 мең подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Республика һәм муниципалитеттар ошо программаға 6 миллиард һум самаһы аҡса бүлде. Бер подъездың уртаса хаҡы 337 мең һумға баһалана.
«2019 йылда программаны финанслауҙың дөйөм суммаһы 4 мең подъезға (1374 йорт) 1,3 миллиард һум тәшкил итә, — тип билдәләне Башҡортостан капиталь ремонт фондының генераль директоры Ринат Дәминов «Йәмәғәт электрон гәзите» ойошторған түңәрәк өҫтәлдә. — Йорттоң ҡатына ҡарап, бер подъезға 720 мең һумға тиклем аҡса һалына».
Эштәрҙең төрҙәре дүрт этапҡа бүленгән. Барлыҡ конкурс процедуралары 10 апрелгә тиклем дауам итә. 2019 йылда бөтә эштәр ноябргә тиклем тамамлана.
«Торлаҡ хужаларына подъезд стеналарын биҙәүҙең ике төрө тәҡдим ителә: элеккесә (яртыһын — майлы буяу, икенсеһен — эзбиз иҙмәһе менән) һәм заманса (иҙәндән түшәмгә тиклем декоратив штукатурлау)», — тип аңлатты Дәминов.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылдан 2025 йылға тиклем подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы ғәмәлгә ашырылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Төбәк етәксеһе тәү сиратта халыҡтың фекерен иҫәпкә алырға һәм эштәр барышын күҙәтергә кәрәклеген билдәләне.
Подъездарҙы капиталь төҙөкләндереү тураһында 15 мөһим һорау — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика