12:32 (UTC+5), 21 Март 2019

Республикала 800-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ экстракорпораль ауырға ҡалыу өсөн сиратта тора

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2019 йылдың 28 февраленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 846 ҡатын-ҡыҙ экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһына сиратта тора, уларҙың 586-һы ғәҙәти ЭКО планлаштыра, 286-һы криокүсереү операцияһын көтә. Бөгөн Хөкүмәттәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин ошо турала белдерҙе.
Башҡортостанда экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһы мотлаҡ медицина страховкалау программаһы сиктәрендә дүрт дауаханала үткәрелә: Республика медицина-генетика үҙәгендә, «Ғаилә» медицина үҙәгендә, «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» клиникаһында һәм «Әсә һәм бала» госпиталендә.
Башҡортостанда бала табырға һәләтле 944,5 мең ҡатын-ҡыҙға ике мең ЭКО процедураһы башҡарыла. Һөҙөмтәлелек 40 процентҡа етә.
2019 йылда 2025 ЭКО процедураһын үткәреү күҙаллана, шуның 1825-е — ғәҙәти, 200-ө криокүсереү алымы менән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда 2000-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ бушлай экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһын эшләтте. 2017 йылда 6 мең самаһы ЭКО процедураһы үткәрелде, шуның 1500-ө – мотлаҡ медицина страховкалау аҡсаһына, йәғни бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика