Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.73
-1.15
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2019, 11:24

Республикала йыл һайын бал фестивален уҙғарырға ниәтләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йыл һайын бал фестивален уҙғарырға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Өфөлә умартасыларҙың тәүге төбәк съезында шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.
«Сентябрҙең тәүге декадаһында ҡала Советы алдындағы майҙанда «Һөт иле» кеүек ҙур бал фестивален ойошторорға тәҡдим итәм. Умартасылар өсөн байрам, күргәҙмәләр, балалар өсөн саралар үткәрергә», — тине Илшат Фәзрахманов.
Читайте нас: