10:24 (UTC+5), 18 Марта 2019

Республикала Дәүләт автоинспекцияһы «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү операцияһын башланы

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яҙғы каникул осоронда юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, сөнки улар уҡыуҙан буш ваҡытта үҙҙәренең ҡарамағында ҡала. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары 18 марттан «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү сараларын уҙғара. Махсус операция апрель башында тамамлана.
Ведомстволарҙың иғтибары балаларҙы ташыуҙы ойоштороуға йүнәлтелә, уҡыусылар күп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ-һы постары ҡуйыла. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойоштора.
«Балаларҙың юл фажиғәләрендә зыян күреүе йыш күҙәтелә. Бөгөнгә республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 77 автоавария теркәлгән. Уларҙа ике бала һәләк булған, 86-һы йәрәхәтләнгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика