09:29 (UTC+5), 15 Марта 2019

Башҡорт ҡоролтайы Халыҡ үҫеше стратегияһын әҙерләү конкурсында ҡатнашырға саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итте. Авторҙарға ошо стратегияға һалынырға тейешле төп элементтарҙы, мөһим маҡсаттарҙы, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу механизмын билдәләргә кәрәк.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәр электрон презентация формаһында булырға һәм бөтөн төп идеяларҙы сағылдырырға тейеш. Бәйгелә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша ала. Ғаризалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә, тип белдерҙеләр ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡатнашыусыларҙың эштәрен эксперт советы баһалай, улар баҫылып сыға. Иң яҡшы концепция стратегияның нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Йомғаҡлау проектын ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индергән авторҙар командаһы әҙерләй. Әүҙем авторҙар V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп саҡырыла.
Стратегияның рәсми сайтында ҡатнашыуға ғариза бирергә, конкурстың шарттары менән танышырға йәки тәҡдимдәр индерергә мөмкин.
Белешмә. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – 20-30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән, төп эш йүнәлештәрен һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын күрһәткән документ. Документтың финал проекты һуңынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына раҫлауға тәҡдим ителә, уның яңы дәүләт программаларына, башҡа документтарға нигеҙ булыуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика