11:35 (UTC+5), 14 Марта 2019

Сибайҙа һәм Салауатта һауаның бысраныуын контролдә тотоу өсөн автоматлаштырылған станциялар төҙөлә

Башҡортостандың Экология министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда предприятиеларҙы һауаның бысраныуын контролдә тотҡан датчиктар менән йыһазландырыу һәм автоматлаштырылған контроль станцияларын ҡуйыу эше дауам итә.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтҡуллин һүҙҙәренсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар атмосфера һауаһын артабан камиллаштырыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Әле Салауат һәм Сибай ҡалаларында һауаның бысраныуын контролдә тотоу өсөн автоматлаштырылған станциялар булдырыу эше алып барыла.
Былтыр Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы дүрт станцияға өҫтәп тағы икәү төҙөлдө – Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты биләмәһендә. 2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан һауаға ҡалдыҡтар сығарыу күләме буйынса Рәсәйҙә – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика