05:34 (UTC+5), 13 Марта 2019

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе республика райондары араһында тәүге ат турнирына саҡырҙы

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 24 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү барышында республика муниципаль райондарының «Терра Башҡортостан» тип аталған беренсе ат турниры ойошторола.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡты унда тамашасы булараҡ әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
«Башҡорт өсөн ат — «беҙҙең барыһы ла». Ул – эшсе лә, яугир ҙә, байлыҡ та... Әлбиттә, хәҙер уның әһәмиәте үҙгәрҙе, әммә республикала аттарҙы әүәлгесә ныҡ яраталар. Ун меңләгән кеше беҙҙең үҙенсәлекле, сыҙамлы башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хупларбыҙ һәм үҫтерербеҙ. Беҙҙең турнир рәсми түгел, әлбиттә, аттарыбыҙ ҙа донъя рекордын ҡуймаҫ, ләкин был күренеш һәр ваҡыт мауыҡтырғыс», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
«Терра Башҡортостан» ат турнирында ҡатнашыу өсөн танылған спортсылар, спорт ветерандары, ижади йәштәр, республиканың йәштәр йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителә. Спорт ярыштарының беренсе этабында Дыуан, Әлшәй, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан командалар ҡатнаша, бөтәһе 40 жокей. Төп үҙенсәлек шунда: һуңғы урауҙа жокейҙар аттары менән алмашырға тейеш.
«Терра Башҡортостан» ат турниры шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала ат спортын һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙе пропагандалаған «Бәйге» проектының бер өлөшө булыр тип күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика