10:26 (UTC+5), 13 Март 2019

Башинформ.рф үҙенең уҡыусыларын ике тапҡырға арттырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башинформ.рф сайты 2018 йылда үҙенең аудиторияһын ике тапҡырға — айына 1,5 миллион уникаль ҡулланыусыға тиклем арттырҙы. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының bash.news яңылыҡтар сайты эшләй башланы, ул бер йылда айына 1 миллион уҡыусы йыйҙы. Дәүләт баҫмаларының барлыҡ интернет-ресурстарын ҡарауҙың дөйөм күләме 80 миллиондан ашты (2017 йылға ҡарата +37,5% ). Был хаҡта республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһында хәбәр ителде.
Баҫма матбуғаттың интернет-аудиторияһы ла киңәйҙе — айына 300 меңдән ашыу кеше, тираж аҙыраҡ кәмене (-2,8%). Хәҙер баҫма киң мәғлүмәт саралары аудиторияһы 1,8 миллион кеше тәшкил итә, уларҙың күпселеге — интернет-версияны уҡыусылар. Баҫма продукцияны башлыса өлкәндәр уҡый. Әле республика киң мәғлүмәт саралары бөтәһе 360-тан ашыу аккаунт алып бара.
«Дүрт йыл эшләү осоронда дәүләт унитар предприятиеһы идара итеү, бухгалтер иҫәбе системаларын төҙөнө, технологик процестарҙы яйға һалды. 2019 йылда ойоштороу мәсьәләләренә түгел, ә өҫтәмә килем алыу темаһына иғтибар итергә кәрәк», — тине «Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто»ноң генераль директоры Венера Хәкимова.
Предприятиеның 68 филиалы буйынса уртаса эш хаҡы 23 мең һум тәшкил итте. Иң юғары хеҙмәт хаҡы — 29-38,6 мең һум — «Красное знамя» (Нефтекама), «Яңауыл таңдары», «Белорецкий рабочий», «Яйыҡ», «Һаҡмар» гәзиттәрендә, «Ватандаш», «Панорама Башкортостана», «Ағиҙел», «Бельские просторы» журналдарында теркәлгән. Ләкин күпселек филиалдарҙа эш хаҡы аҙ, 12 мең һум самаһы. Тармаҡтағы хәлде тигеҙләү өсөн предприятиеға файҙаһыҙ киң мәғлүмәт сараларын ябырға һәм килемде арттырыу эшен көсәйтергә тура киләсәк.
«Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев һүҙҙәренсә, реклама баҙарын «Яндекс» һәм «Mail.Ru» компаниялары үҙләштергән, урындағы баҫмаларға локаль баҙарҙа ғына аҡса эшләргә ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика