11:51 (UTC+5), 12 Марта 2019

Республикала инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла.
Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған указға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие 10 мең һум була. Әле был сумма 5,5 мең һумға тиң.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, эшләмәгән ата-әсә өсөн бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙең күләме 11 мең 500 һумға тиклем арттырыла. Хәҙер пособие 6 мең 200 һум тәшкил итә.
Пенсия фонды белдереүенсә, ошо түләү тәғәйенләнгән бөтә ата-әсәләргә һәм опекундарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә.
Әлеге ваҡытта республикала 16 мең 600 инвалид бала йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика