Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2019, 14:00

Радий Хәбиров «Медиалогия» губернаторҙары рейтингында позицияһын яҡшыртты

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Медиалогия» мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, уҙған айҙың күрһәткесен бер позицияға яҡшыртып, губернаторҙарҙың февраль рейтингында 4-се урынды алды.
Беренсе урында Мәскәү мэры — Сергей Собянин, икенселә — Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев.
Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары рейтингында Радий Хәбиров беренсе урынды тотороҡло биләй. Икенселә — Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов, өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.
Киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан иң популяр мәҡәләләр:
«Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын Сибайҙа килеп тыуған экологик хәлдән сығыу юлдарын тикшереү өсөн халыҡ менән осрашты. Радий Хәбиров заводтың ҡалаға тағы 200 миллион һум аҡса бүлеүе тураһында белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Сибайҙа карьерға һыу ағыҙыу эштәрен 20 мартҡа тиклем тамамлауҙы талап итәсәге хаҡында әйтте. Бынан тыш, киң мәғлүмәт саралары Радий Хәбировтың республикаға биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим индереүен хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республиканың тәүге президенты Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы һәм уға почет грамотаһын тапшырҙы».
Читайте нас: