06:10 (UTC+5), 11 Марта 2019

Ике яҡташыбыҙ Рәсәйҙең билдәле 50 ҡатын-ҡыҙы исемлегенә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Медиалогия» компанияһы 2018 йылдың мартынан 2019 йылдың мартына тиклем Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары медиарейтингын төҙөнө. Өфөлә тыуып үҫкән ике яҡташыбыҙ билдәле 50 гүзәл зат вәкиле исемлегенә инде. Һигеҙенсе урында — Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина (бер йылда киң мәғлүмәт сараларында хәбәрҙәр һаны — 66 274). Рок-йырсы Земфира 48-се баҫҡыста тора (12 174 хәбәр).
Рейтинг лидерҙары — Рәсәй дипломаты, Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова (158 474 хәбәр), Рәсәй сәйәсмәне, журналист Ксения Собчак (135 265) һәм телевидение алып барыусыһы Ольга Бузова (118 566).
Медиарейтинг 49 меңдән ашыу сығанаҡты (ТВ, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары) үҙ эсенә алған «Медиалогия» системаһы нигеҙендә Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында баҫылған хәбәрҙәр һаны буйынса төҙөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика