Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2019, 12:32

Башҡортостанда ташҡын: Сибай ҡар ҡатламындағы һыу запасы буйынса алда бара

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Сибай янында ҡар ҡатламындағы һыу запасы норманан 76 процентҡа юғарыраҡ, Урал аръяғының баш ҡалаһы ошо күрһәткес буйынса республикала тәүге урында килә. Ләкин фараздарға ярашлы, Башҡортостанда ташҡын кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10-15 процентҡа түбәнерәк була. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә ҙур һыу көтөлмәй. Ләкин далалағы һыу ятҡылыҡтары хәүеф тыуҙырыуы мөмкин.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә йылғаларҙа боҙҙоң ҡалынлығы норманан 5-30 сантиметрға кәмерәк булыуы хаҡында һөйләне. Мартта уртаса температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2-3 градусҡа юғарыраҡ була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов һүҙҙәренсә, республикала һигеҙ йылғала хәүеф тураһында алдан иҫкәртергә мөмкинлек биргән 14 автоматик гидропост ҡуйыу күҙаллана.
Ағиҙел һәм Өфө йылғалары буйынса аныҡ фараз 25 марттан һуң билдәле була. Урал йылғаһы бассейнында йылғаларҙың 6-11 апрелдә норманан ике-өс көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә.
Теги:ташҡын
Читайте нас: