18:01 (UTC+5), 06 Март 2019

Республикала хирургтар үҙенең сәсен йотҡан 8 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған

Ксения Калинина, Руслан Раянов
Ксения Калинина, Руслан Раянов
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Нефтекама дауаханаһының икенсе хирургия бүлексәһенә 8 йәшлек ҡыҙ килтерелгән. Ул эсе ауыртыуға, хәлһеҙлеккә һәм күңеле болғаныуға зарланған. Уҡыусы ҡыҙ ҡала дауаханаһына район медицина учреждениеһынан күсерелгән. Бөтә билдәләр аппендицитҡа күрһәткән, ләкин операция ваҡытында табиптар көтөлмәгән күренешкә юлыҡҡан. Нефтекама дауаханаһының дауалаусы табип-хирургы Руслан Раянов «Башинформ» агентлығына ошо хәлде тулыраҡ итеп һөйләне.
«Табип күҙлегенән ҡарағанда, операция диагностик табыш йәһәтенән үҙенсәлекле. Хирургия бүлексәһенә йышыраҡ һуҡыр эсәктәре шешкән балалар эләгә. Йәғни пациенттың да сир билдәләре аппендицитҡа оҡшаш ине. Шуға беҙ аппендицитҡа операция яһай башланыҡ. Ә операция ваҡытында нәҙек эсәктә трихобезоар таптыҡ. Энтеротомия үткәреп, безоарҙы алдыҡ», — тип хәбәр итте дауалаусы табип.
Нәҙек эсәк трихобезоары йышыраҡ насар ғәҙәтле йәки үҙенең сәсен сәйнәргә һәм йоторға әүәҫ балаларҙа, айырыуса ҡыҙҙарҙа күҙәтелә, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.
Бер сәғәткә яҡын дауам иткән операция ваҡытында Нефтекама хирургтары баланың нәҙек эсәгенән тап ошондай сәсле «шеш»те алған.
«Операциянан һуң ҡыҙ табиптар күҙәтеүендә булды. Йөйҙәрҙе алғандың һигеҙенсе тәүлегенә пациентты дауахананан сығарҙыҡ. Әле уның хәле һәйбәт», — тине әңгәмәсе.
Ҡыҙҙың әсәһе балаһының шундай насар ғәҙәте бар икәнен белмәгән.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, әгәр балағыҙҙың үҙенең сәсен йәки йәнлектәрҙең йөнөн ауыҙына ҡабырға яратыуын һиҙеп ҡалһағыҙ, ошондай хәл йәки башҡа ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ», — тип өҫтәне Руслан Раянов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика