07:28 (UTC+5), 06 Март 2019

Рәсәй тимер юлдарында поездарҙа онотолоп ҡалған әйберҙәрҙе эҙләү сервисы эшләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Рәсәй тимер юлдары» сайтында пассажир поездарында онотолоп ҡалған әйберҙәрҙе эҙләү сервисы эшләй башланы.
Поезда ҡалған әйберҙәрҙе эҙләү өсөн пассажирға «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтындағы «Пассажирҙарға» бүлегендә электрон ғариза тултырырға кәрәк. Анкетала исем-шәрифте, билеттың номерын, телефонды, электрон почтаны һәм билет алынған документ номерының һуңғы дүрт һанын күрһәтеү талап ителә. Шулай уҡ онотолоп ҡалған әйберҙәрҙе һүрәтләү һәм вагондағы урынды күрһәтеү зарур.
Ғариза тикшерелгәндән һуң пассажирға фотоһүрәттәр буйынса үҙенең әйберҙәрен танырға тәҡдим ителә. Пассажирға онотолоп ҡалған әйберҙәрҙе эҙләү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирелә.
Әйберҙәрҙе сәфәр башланғандан алып 30 көн эсендә эҙләргә мөмкин. Ай һайын «ФПК» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре онотолоп ҡалған әйберҙәр тураһында 1500-гә яҡын ғаризаны эшкәртә.
«Берҙәм тәҙрә принцибы буйынса эшләгән яңы сервис процедураны күпкә ябайлаштырырға һәм тиҙләтергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип белдерҙеләр компанияның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика