10:42 (UTC+5), 06 Март 2019

Баш ҡалала кескәй ҡыҙсыҡ төрлө йәрәхәттәр алған балалар баҡсаһы ябылды

баланың әсәһенең шәхси архивынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы «Дон-Апельсин» шәхси балалар баҡсаһында тикшереү үткәрҙе. Асыҡланыуынса, уҙған йылдың август аҙағында мәктәпкәсә учреждениеға ҡыҙын алырға килгән әсә уның битендә һәм тәнендә бик күп күгәргән эҙҙәрҙе күреп ҡалған.
«Тәрбиәсе үҙенең бурысына яуапһыҙ ҡараған: ойошмалағы кескәй баланың хәүефһеҙлеген тәьмин итмәгән. Шул сәбәпле уйнаған саҡта бер бала йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙы тешләгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан прокуратураһында.
Баҡтиһәң, шәхси учреждениела санитар-эпидемиологик һәм янғынға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу теркәлгән. Бина автоматик янғын сигнализацияһы һәм янғын тураһында хәбәр иткән прибор менән йыһазландырылмаған, запас сығыу юлы юҡ. Балалар баҡсаһында шулай уҡ аҙыҡ-түлекте һаҡлау шарттары үтәлмәгән, йыуыу һәм дезинфекциялау саралары балалар күрерлек урында һаҡланған, эсәр һыуҙың сифаты тураһында документтар, хеҙмәткәрҙәрҙең медицина кенәгәһендә прививкалар тураһында мәғлүмәттәр булмаған.
Прокуратура балалар баҡсаһы етәксеһенә закон боҙоуҙарҙы бөтөрөргә ҡушҡан, шулай уҡ ғәйеплеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн тикшереү материалдарын контролдә тотҡан органдарға ебәргән. Ойошмаға һәм директорға штраф һалынған. Тикшереүҙән һуң учреждение етәкселеге балалар баҡсаһын ябырға хәл иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика