Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
27+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2019, 11:33
Республика синоптиктары өс көнгә һауа торошон хәбәр итте
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 4 мартта бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран. Юлдың айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ.
Ел көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 5-10 градус һалҡын.
5 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 12-17, аяҙытҡанда — 20-25 градус. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ — 5-10 градус.
6 мартта ваҡыты менән епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.
Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 5-10 градус һалҡын, көндөҙ иһә +1,-4 градус.
http://www.bashinform.ru/news/1280639-sinoptiki-bashkirii-soobshchili-prognoz-pogody-na-tri-dnya/
Теги:
һауа торошо
Читайте нас: