Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2019, 10:48
Башҡортостанда йыл башынан 559 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. Башҡортостанда йыл башынан 559 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр республиканың СПИД-үҙәгендә. Улар — 203 ҡатын-ҡыҙ һәм 356 ир-егет. Уларҙың 43-сө федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында ултыра. 2018 йылдың ғинуар-феврале менән сағыштырғанда сирләүселәр 17,4% артҡан.
Төбәктә бөтәһе 21618 пациент иҫәптә тора (8479 ҡатын-ҡыҙ һәм 13139 ир-егет). Табиптар һүҙҙәренсә, ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш.
http://www.bashinform.ru/news/1280508-v-bashkirii-s-nachala-goda-vyyavleno-559-vich-infitsirovannykh/
Теги:
вич
ауырыу
Читайте нас: