11:30 (UTC+5), 28 Февраль 2019

Өфөлә Татарстан Республикаһы көндәре уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2019 йылдың 17-18 апрелендә Өфөлә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Татарстан Республикаһы көндәре уҙа. Саралар Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә арнала. Был хаҡта Татарстандың Башҡортостандағы даими вәкиле Ранэль Зиннәтуллин хәбәр итте.
Ике туғандаш республиканың башлыҡтары Өфөлә бер нисә сәнәғәт предприятиеһына, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты технопарктарына бара.
«Татарстан – Башҡортостан» эшҡыуарлыҡ форумын, унда «Машиналар эшләү», «Нефть сәнәғәте», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Ауыл хужалығы», «Энергетика» һәм «Туризм» кеүек йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ Татарстан артистары ҡатнашлығында сәнғәт оҫталары концерты була.
17 апрелдә Татарстан Президенты татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнаша. Һәйкәл Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдындағы майҙанда ҡуйыла.
Шулай уҡ мәҙәни-күңел асыу һәм спорт саралары: концерттар, күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, Башҡортостан һәм Татарстан командалары араһында көрәш буйынса ярыштар, футбол һәм волейбол уйындары ҡаралған.
Башҡорт АССР-ының 100 йыллығын байрам итеү барышында ике республиканың милли командалары ветерандары ҡатнашлығында хоккей уйыны ла ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика