15:35 (UTC+5), 27 Февраль 2019

Өфөлә 2024 йылға 13 балалар баҡсаһы һәм 9 мәктәп төҙөйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә 2024 йылға 13 балалар баҡсаһы һәм 9 мәктәп төҙөү күҙаллана, тип хәбәр итте ҡала Советы ултырышында баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин.
Әлеге ваҡытта ҡалала өс йәше тулған 66 меңдән ашыу бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөй. Ясле йәшендәге балалар өсөн мәктәпкәсә учреждениелар асыу бурысы тора, Өфөлә ошондай сабыйҙар 8,5 меңдән күберәк.
Быйыл дүрт балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла: Максимовка ҡасабаһында, Инорс, «Фестиваль» һәм «Дим-6» биҫтәләрендә. 2020 йылға Сипайлово-1 һәм Сипайлово-2, «Сағыу» биҫтәләрендә, Баланов, Яңы Александровка ҡасабаларында дүрт балалар баҡсаһы һалыу ҡаралған. 2024 йылға тиклем тағы биш объект тапшырылырға тейеш.
Бөгөн Өфөнөң 128 мәктәбендә 118 мең бала уҡый. Йыл һайын уҡыусыларҙың 4 меңгә артыуы билдәләнә. Бер сменала уҡытыуға күсеү бурысы тора. Быйыл 70 белем усағында дәрестәр бер сменалы режимда алып барыла, был дөйөм һандың яртыһынан аҙ ғына күберәк. Былтыр 1-се лицей һәм Нуғай ауылында мәктәп асылды. 44-се мәктәпте төҙөкләндереү, «Сағыу» биҫтәһендә мәктәп һалыу дауам итә. Быйыл сентябрҙә Затон биҫтәһендә 9-сы музыка мәктәбенең заманса бинаһын төҙөүҙе тамамлау күҙаллана.
Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, һуңғы ике йылда 3 100 уҡыусы урыны булдырылған. Был икенсе сменала уҡыған балаларҙың өлөшөн 16% тиклем кәметергә мөмкинлек бирҙе. 2024 йылға ҡәҙәр ҡалала 13 балалар баҡсаһы һәм 9 мәктәп һалыу көтөлә.
«Аңлашыла, был ғына етмәй, — ти хакимиәт етәксеһе. — Шуға күрә хәҙер Башҡортостандың Финанс министрлығы менән дәүләт-шәхси партнёрлыҡ принциптарында социаль объекттар төҙөү шарттарын өйрәнәбеҙ».
Уҙған йылда Өфө халҡы 4000 кешегә артҡан һәм 1 миллион 135 меңдән ашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика