14:08 (UTC+5), 26 Февраля 2019

Башҡортостандың Николо-Берёзовка ауылы тарихи ауыл статусын алды

ic.pics.livejournal.com/ Дмитрий Солодянкин
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы республика хөкүмәте бойороғо менән төбәк әһәмиәтендәге тарихи ауыл статусын алды. Николо-Берёзовка архитектура комплексының 26 боронғо бинаһы, Николаевка сиркәүе, «Ауыл мәктәбе» объекты, ике «Торлаҡ йорт» объекты хәҙер дәүләт һағында, уларҙың барыһы ла тиерлек әлеге Ленин урамында (элекке Сауҙагәрҙәр) урынлашҡан.
Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы өс ай эсендә һаҡлау предметын һәм һаҡланған биләмәнең сиктәрен раҫларға тейеш.
Николо-Берёзовка ауылына 1550 йылда Кама буйында ҡәлғә һәм Башҡортостанда тәүге рус ауылы булараҡ нигеҙ һалынған. Бер нисә быуат дауамында Кама буйында ҙур сауҙа үҙәге һаналған. Совет заманында һәм 2005 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә булған. Хәҙер унда 6,2 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика