04:25 (UTC+5), 22 Февраля 2019

Өфөлә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләнеләр

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр гражданлыҡ форумы барышында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе ситтәрҙең бәләһенә вайымһыҙ ҡалмаған өсөн йәш геройҙарға рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ – республикабыҙҙың киләсәге, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә, оло быуынға, тормошта ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген һеҙҙән өйрәнергә кәрәк. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».
Тантана геройҙары Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан иҫтәлекле бүләктәр алды.
Башҡортостанда балаларҙы бүләкләү танатанаһы йәмәғәтселеккә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған балалар һәм үҫмерҙәр тураһында һөйләүгә йүнәлтелгән «Кескәй геройҙар форумы» проекты барышында уҙа.
Республикала форум тәүге тапҡыр бер йыл элек ойошторолдо һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Уға йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала алған республика балалары саҡырылды.
2018 йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһының Йәш гвардияһы республиканың герой-балалары хаҡында документаль фильм төшөрөү өсөн президент грантын алды һәм ошо кинотаҫма «Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр гражданлыҡ форумында ҡатнашыусыларға күрһәтелде.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика