07:06 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Республикала ауыл старосталары тураһында закон ҡабул итәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда «Ауыл старосталары тураһында» республика законын ҡабул итергә әҙерләнәләр. Был уларҙың вәкәләттәрен, тәғәйенләү тәртибен һәм халыҡ, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеүен нығытырға тейеш. Владимир Путин ауыл старосталары институтын нығытҡан федераль законға 2018 йылдың 18 апрелендә ҡул ҡуйҙы. Унда билдәләнгәнсә, старостаны тораҡ пункттың граждандар сходы күрһәтеүе буйынса муниципаль берәмектең вәкиллекле органы тәғәйенләй. Дәүләт вазифаһын, дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаһын, муниципаль вазифа йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста була алмай. Старостаның вәкәләттәр ваҡыты ике йылдан кәм һәм биш йылдан күп булмаҫҡа тейеш.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Сергей Афонин ошоға оҡшаш республика законы тикшерелгән түңәрәк өҫтәлдә ауыл старосталары институтының халыҡҡа бик яҡын булыуын һәм урындағы власты асыҡ итә алыуын билдәләне.
«Әлеге ваҡытта республикала, төбәк законы булмауға ҡарамаҫтан, 3500-ҙән ашыу ауыл старостаһы эшләй. Был институт — муниципалитеттарҙы үҫтереү өсөн етди ресурс. Күпселек старосталар, ә уларҙың төп өлөшөн ауылдың өлкән йәштәге хөрмәтле кешеләре тәшкил итә, ауылдаштарын үҙ артынан эйәртә, үҙҙәре лә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, социаль мәсьәләләрҙе хәл итә, төрлө саралар ойоштора», — тип билдәләне «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының идара рәйесе Алексей Шмелев.
Уның һүҙҙәренсә, республика законының төп етешһеҙлегенең береһе староста эшен матди дәртләндереү менән бәйле. Законда мөмкинлек булған саҡта бындай түләүҙәрҙе ауыл биләмәһе үҙенең дотациялы бюджетынан тормошҡа ашырырға тейеш тип яҙылған. Шмелев фекеренсә, старостаның эшен матди дәртләндереү өсөн уларҙы республика ҡаҙнаһынан финанслауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика