04:23 (UTC+5), 21 Февраль 2019

Башҡортостандың Баҡалы районында ҡотороу сире буйынса карантин индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Баҡалы районының Яңы Урсай ауыл советы ауыл биләмәһе «Нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 1-се Нуғайбәк һөт-тауар фермаһында ҡотороу сире буйынса карантин индерелде. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 19 февралдә рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Карантин булған биләмәлә эт-бесәйҙәр күргәҙмәһе ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, уларҙы ауылдан ситкә сығарыу һәм ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла. Был саралар карантинды алыу тураһында рәсми ҡарарға тиклем ғәмәлдә була.
Шуға бәйле Башҡортостандың Ветеринария идаралығына сир сәбәптәрен һәм барлыҡҡа килеү сығанаҡтарын билдәләү, ҡотороу сығанағын бөтөрөү сараларын ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Указдың үтәлешен республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов контролдә тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика