04:32 (UTC+5), 20 Февраль 2019

Республика дауаханаларында карантин иғлан иттеләр – килеүселәргә стационарҙарға инеү тыйыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырығандарҙың артыуына бәйле, шулай уҡ инфекцияның таралыуын иҫкәртеү өсөн республиканың медицина ойошмаларында сикләү саралары (карантин) индерелде. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Дауаханаларға кешеләрҙе индереү, балалар поликлиникаларында профилактик ҡабул итеү, мәктәпкәсә һәм мәғариф учреждениеларында балаларҙы планлы диспансерлаштырыу ваҡытлыса туҡтатыла. Медицина ойошмаларында вирусҡа ҡаршы препараттар, медикаменттар һәм шәхси һаҡланыу саралары запасы етерлек.
Өфө һәм Өфө районы поликлиникаларының эш режимы үҙгәрҙе: табиптар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем эшләй, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән киске 8-гә ҡәҙәр; шәмбе иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән 4-кә ҡәҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика