12:09 (UTC+5), 19 Февраля 2019

Радий Хәбиров Сибайҙағы хәл тураһында: Карьерға һыу ағыҙыуҙы ваҡытында тамамлауҙы талап итәсәкмен

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙа карьерға һыу ағыҙыу эштәрен 20 мартҡа тиклем тамамлауҙы талап итәсәге хаҡында белдерҙе.
«Тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре менән осрашҡанда үҙебеҙ өсөн ваҡыт билдәләнек — 20 март. Карьерға һыу ебәреүҙе 20 мартҡа ҡәҙәр тамамлауҙы талап итәсәкмен, бының күләмле эш икәнен аңлап торам, — тине республика етәксеһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығындағы кәңәшмә йомғаҡтары буйынса брифингта. — Башҡа шахталарҙа эштәр алып барыла. Унда эшләгән бер нисә йөҙ кешенең ғүмере һәм именлеге хаҡында һүҙ бара, шуға һағыраҡ булырға кәрәк. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, эштәрҙе 20 мартҡа тамамлауҙы талап итәсәкмен».
Республика етәксеһе билдәләүенсә, тау-байыҡтырыу комбинаты карьерға һыу ағыҙыу эшен башҡара. Һуңлап булһа ла, комбинат карьерға һыу ебәреүҙең планлаштырылған проект ҡеүәтенә сыҡты – көнөнә 10 мең кубометр.
«Хәл бик етди. Әлегә беҙ һыу горизонтын туғыҙ метрға күтәрҙек, ә бер нисә тиҫтә метрға күтәрергә кәрәк. Горизонт күтәрелә башлаһа, төрлө тәрәнлектә һәм төрлө урындарҙа быҫҡып янған участкалар яйлап һыу аҫтында ҡаласаҡ. Билдәләнгән датаға уҡ хәлдең яҡшыра башлауын күрербеҙ тип ышанам», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Өфөләге брифингта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Сибайҙағы хәлдең иғтибар үҙәгендә булыуын белдерҙе.
«Тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселегенән аныҡ яуап алдыҡ. Улар эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә «баш» булып тора. Март аҙағы - беҙгә артабанғы эштәрҙе уҙғарыу өсөн төп йүнәлеш. Бөгөн республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтелгәндәр, яҡтарҙың үҙ өҫтөнә алған бурыстары үтәлер тип ышанабыҙ», — тип өҫтәне Игорь Комаров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика