13:10 (UTC+5), 18 Февраль 2019

Сибай карьерында 9 метр горизонт һыу менән тултырылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Сибай карьерында һыу ағыҙыу эштәре планға ярашлы бара. Әлеге ваҡытта һыу менән тултырыу нөктәһе 540 метр кимәлендә теркәлгән, 9 метр горизонт һыу менән тултырылған. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Сибай башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һыу ағыҙыу кимәлен тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем еткергән, көкөрт диоксидын кәметеү өсөн эзбиз килтерелә.
«План буйынса 1600 тонна ине, 2 мең тоннаға ҡәҙәр арттырырға хәл ителде. Был аҙнала эштәр өсөн уңайлы һауа шарттары көтөлә. Рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең артыуы теркәлмәне», — тине мэр.
Бынан алда комбинаттың техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, ике саҡрым диаметрындағы һәм 500 метр тәрәнлектәге карьер 100 метрға һыу менән тултырыла, тағы 60 метры соҡор төбөнә иҫәпләнгән. Һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан, тәбиғи һыу ағымынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алына. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика