09:25 (UTC+5), 18 Февраля 2019

«Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!». Радий Хәбиров һәләк булған афған яугирҙәренең туғандары менән осрашты

Дмитрий Мөхәмәтҡолов
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 февралдә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы уңайынан тантаналарҙа ҡатнашты, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашты һәм һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары менән аралашты.
БАССР-ҙан Афғанстанға бөтәһе 9,5 мең самаһы кеше оҙатылған, уларҙың 343-ө яуҙа йәки яраларҙан һәләк булған, алтауһы хәбәрһеҙ юғалған, 2500 хәрби төрлө йәрәхәттәр алған.
«Был - республикабыҙ тарихында ауыр сәхифә, ошо ваҡиғаларға 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һыҙлау баҫылмай. Беҙ ошо егеттәрҙең барыһын да иҫләйбеҙ һәм бер ҡасан да онотмайбыҙ, улар менән ғорурланабыҙ, беҙҙең өсөн улар иҫән, йәштәрҙе уларҙың ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ, яугирҙәр йәшәгән бөтә райондарҙа уларҙың иҫтәлегенә төрлө саралар ойошторалар», — тине республика етәксеһе, һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына мөрәжәғәт итеп.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы менән осрашыуға 11 яҡташыбыҙҙың — хәрби һәм патриотик бурысын үтәгәндә йәш көйөнсә ғүмерҙәре өҙөлгән һалдат һәм офицерҙарҙың ата-әсәһе һәм туғандары килде. Улар — пехота хәрби машинаһының механик-водителе Геннадий Журавлев, Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылынан рядовой Әлфит Ғәләүетдинов, Нуриман районы Павловка ҡасабаһынан прапорщик, гранатомет взводы командиры Марсель Хәкимов, Нуриман районы Яңы Күл ауылынан Рәмил Мөхәмәтйәнов, Өфө районы Ҡамышлы ауылынан рядовой, радиотелеграфист Александр Александров, рядовой, пехота хәрби машинаһы механик-водителе Рөстәм Сәйетов, Учалынан рядовой, водитель Ирек Моратов, Октябрьский ҡалаһынан рядовой, миномет командиры Илдар Фәтхетдинов, Салауаттан сержант, гранатомет бүлеге командиры Владимир Мельников, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан рядовой, пулеметсы Эдуард Шашкин, Өфөнән рядовой, разведчик Андрей Машковский.
Учалы ҡалаһынан Афғанстанға 460 кеше саҡырылған, 10 яҡташыбыҙ шул һуғышта һәләк булған. Улар араһында Ирек Моратов та бар, ул дуҫының ғүмере өҙөлгәнен ишетеп, үҙ теләге менән армияға киткән. Уға 19 ғына йәш булған. Һалдаттың әсәһе Фатима Моратова әйтеүенсә, егет физик әҙерлек менән шөғөлләнгән, музыка менән мауыҡҡан. Хәҙер Ирек Моратов уҡыған мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, уның исеменә иншалар конкурсы, спорт ярыштары уҙғарыла. Фатима Моратова балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса әүҙем йәмәғәт эше алып бара, һәләк булған яҡташтарҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙар ойоштора.
Башҡортостанда Афғанстанда һәләк булған яугирҙәр тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар, уларҙың ғаиләләре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Осрашыуҙа Радий Хәбиров уларҙың тормошо, көнүҙәк проблемалары менән ҡыҙыҡһынды, борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
«Үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Балаларығыҙ тураһында онотмаһындар өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Көслө булығыҙ, сирләмәгеҙ. Ошондай шәп улдар үҫтергәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика