07:53 (UTC+5), 15 Февраль 2019

Стәрлетамаҡта ҡалалағы тәүге «аҡыллы» туҡталыш барлыҡҡа килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кисә Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге «аҡыллы» туҡталыш барлыҡҡа килде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алда Башҡортостан Хөкүмәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең береһенән һуң Радий Хәбиров уның проекты менән танышҡайны.
Стәрлетамаҡ хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, туҡталыш павильоны реклама конструкцияһын урынлаштырыу конкурсында еңеүсе иҫәбенә һатып алынған һәм ҡуйылған. Әле үк павильон гаджеттарҙы зарядлау өсөн USB-порттар менән йыһазландырылған. Тиҙҙән унда Wi-Fi, видеокамера һәм йәмәғәт транспорты теҙмәһе менән электрон табло, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһен ҡуйыу күҙаллана.
Бындай туҡталыш комплекстары тиҙҙән Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ла ҡуйыла башлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика