13:55 (UTC+5), 14 Февраля 2019

Республикала ниндәй парҙар йышыраҡ айырылыша – статистика

Depositphotos.com
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда ниндәй парҙар йышыраҡ айырылыша. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты былтыр нисә парҙың һәм бергә йәшәгәндән һуң нисә йыл үткәс айырылышыуҙары тураһында статистика мәғлүмәттәрен иғлан итте.
2018 йылда республиканың ЗАГС бүлектәре никахты тарҡатыу тураһында бөтәһе 15 407 акт теркәгән. Унан алдағы йылда 15 568 пар айырылышҡан.
6 104 парҙың ғаилә стажы 5 йылдан аҙыраҡ.
3 906 пар 5-10 йыл йәшәгәндән һуң никахтарын тарҡатҡан.
2 038 пар 10-15 йылдан һуң айырылышҡан.
1 623 пар 15-20 йыл үткәс айырылышырға хәл иткән.
1 736 ғаилә 20 һәм унан күберәк йыл уҙғас тарҡалған.
Республиканың 12 районында һәм ҡалаһында айырылышыуҙар һаны кәмегән, улар — Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Шаран, Белорет райондары, Белорет ҡалаһы, Учалы районы һәм ҡалаһы, Өфөнөң Октябрьский районы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған йылда никахтар һаны ла кәмегән. 12 айҙа 25 388 ғаилә ҡоролған — 2017 йылға ҡарағанда 9,1% аҙыраҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика