06:46 (UTC+5), 14 Февраль 2019

Башҡортостан дауаханаларында күҙ табиптары бушлай операция яһай

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары пациенттарға бушлай операция яһай. Клиника республика ҡалаларында һәм райондарында күҙ сирҙәренән яфаланған пациенттарға бушлай операция үткәреү буйынса яңы программаны бойомға ашыра башланы.
Хәҙер республикала йәшәүселәргә Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй, институттың төп офтальмохирургтары уларға үҙҙәре килеп операция яһай. Ғинуарҙа һәм февралдә Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез үҙәк район дауаханаларында, Стәрлетамаҡтың 3-сө дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул иттеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғилми-тикшеренеү институты хирургтарының февраль, март, апрель айҙарына графигын баҫтырып сығарҙы:
  • 18-22 февраль — Ишембай үҙәк район дауаханаһы
  • 25-26 февраль — Яңауыл үҙәк район дауаханаһы
  • 27-28 февраль — Туймазы үҙәк район дауаханаһы
  • 4-5 март — Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы
  • 6-7 март — Учалы үҙәк район дауаханаһы
  • 11-15 март — Сибай ҡала дауаханаһы
  • 18-22 март — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө дауаханаһы
  • 25-29 март — Мәләүез үҙәк район дауаханаһы
  • 1-5 апрель — Ишембай үҙәк район дауаханаһы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика