07:30 (UTC+5), 13 Февраль 2019

Сибайҙа экологик лабораториялар төтөнгә бәйле хәл тамамланғансы эшләй

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибайҙа өс экологик лаборатория эшләй: Башҡортостан Республикаһы Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы, икенсеһе — Экология министрлығы ҡарамағында, тағы ла берәүһе — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыҡы. Уларҙың барыһы ла күсмә, мотлаҡ тикшереүҙәр, шулай уҡ халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса сығалар.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләүенсә, ҡалала көн дә атмосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты контроль нөктәләрҙә пробаларҙы 8 тапҡыр һайлап алыу юлы менән зарарлы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
«Әле граждандарҙан мөрәжәғәттәр кәмене. Мәҫәлән, кисә урындағы халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса — 64, мотлаҡ 48 тикшереү уҙғарҙыҡ. Бер тикшереүгә 20 минут ваҡыт китә. Граждандарҙан мөрәжәғәттәр күп булһа, эргә-тирәләге адрестарҙы бер урынға туплайбыҙ. Бер юлы бөтә ергә лә бара алмайбыҙ. Граждандарға быны аңлаттыҡ», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле һәм лабораторияларҙың хәл яйға һалынғансы эшләйәсәген өҫтәне.
«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе «зона 500»-ҙә — Таусылар урамында һауаны тикшереүҙәрен күҙәтте. Бында көкөрт диоксидының норманан ашмауы теркәлде.
Башҡортостан Республикаһының Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте вәкиле рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 60 тапҡырҙан юғарыраҡ булыуы тураһында мифтарҙы юҡҡа сығарҙы.
«Рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 24 тапҡырға артыуы бер нисә аҙна элек теркәлде. «Корунд» газоанализаторы биш минутта әлеге мәлдә көкөрт диоксидының норманан ашмауын күрһәтте», — тине ул.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика