05:33 (UTC+5), 12 Февраля 2019

Сибайҙа мәктәп уҡыусылары көнөнә 60 литр һөт эсә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибайҙа мәктәп уҡыусылары көнөнә 60 литр һөт эсә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына гимназия директоры Ирина Варламова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, быйыл ғинуарҙан ҡаланың барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға көнөнә бер тапҡыр һөт эсерәләр.
«Тәүҙә кәрәкмәҫ тип уйлағайныҡ, ләкин бөтөнләй башҡаса килеп сыҡты. Балалар хатта өҫтәмә һорай», — тине мәктәп директоры.
Гимназияның баш ашнаҡсыһы Дилә Исхаҡова әйтеүенсә, балаларға урында етештерелгән 3,2% ҡуйылығындағы һөт бирәләр. Бер балаға 0,1 литр тура килә.
«Бер нәмә лә ҡалмай, бөтәһен дә эсеп бөтәләр. Көнөнә яҡынса 60 литр китә», — тине ул.
Гимназияла 845 уҡыусы белем ала. Әле уларҙың 130-ы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй. Уҡыу йорто карантинға ябылмаған.
Һөттән тыш, мәктәптәрҙә көн һайын витаминлаштырылған өҫтәл – файҙалы витаминдар өҫтәлгән сәй әҙерләйҙәр.
10 көнлөк меню Роспотребнадзор менән килешеп төҙөлгән, тип өҫтәне директор.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика