11:39 (UTC+5), 12 Февраля 2019

Сибайҙа карьерға һыу ағыҙыу әселәнеү сығанаҡтарын 100% юҡ итә – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 12 февралдә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының урындағы филиалының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов «Башинформ» агентлығына Сибай карьерына нисек һыу ағыҙыуҙары тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, ике саҡрым диаметрындағы һәм 500 метр тәрәнлектәге карьер 100 метрға һыу менән тултырыла, тағы 60 метры соҡор төбөнә иҫәпләнгән.
«Бының менән беҙ төтәү сығанаҡтарына кислородтың үтеп инеүен туҡтатыуға һәм массивтың һыуыныуына ирешәсәкбеҙ, — тип билдәләне предприятие вәкиле. — «Уралмехангорнобр» институты менән бергә карьерҙа ҡаҙылма байлыҡтарҙы өлөшләтә консервациялау проектын әҙерләнек. Карьер төбөнә һыу ағыҙа башланыҡ. Тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем һыу ебәрергә йыйынабыҙ. Әле 6 мең кубометр. Һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан, тәбиғи һыу ағымынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алабыҙ. Сығанаҡтарҙың һүнгәненә ышанғас, һыуҙы һурҙырабыҙ, шунан таҙартыу ҡоролмалары аша сығарып, йылғаға ағыҙабыҙ. Быға тейешле рөхсәт бар».
Уның һүҙҙәренсә, эштәр дауамлы, сөнки күләм бик ҙур. Һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш.
«Һыу ебәреү әселәнеү сығанаҡтарын 100% юҡ итә», — тине техник директор.
Бөгөн карьерҙа төтөн күҙәтелә, шулай уҡ көкөрт диоксиды буйынса рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 12 тапҡырға артыуы теркәлгән. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле аңлатыуынса, был һауа шарттарына бәйле.
«Бөгөн тыныс, ел юҡ, шуға карьерҙа газ йыйыла һәм яйлап өҫкә сыға. Ел иҫһә, барыһы ла таҙа», — тине ул.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика