09:27 (UTC+5), 12 Февраля 2019

Өфөнөң 12 мәктәбендә карантин индерелгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөнгә Өфө ҡалаһының 12 мәктәбендә сирләүселәрҙең күп булыуына бәйле ҡайһы бер кластарҙа дәрестәр туҡтатылған. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдерҙе.
Мәғариф идаралығы етәксеһе ҡала мәктәптәрендә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар тураһында хәбәр итте.
«11 февралгә ҡарата мәғлүмәт буйынса, ОРВИ һәм грипп менән сирләү сәбәпле 12 818 кеше мәктәпкә килмәгән. 123-сө лицейҙа һәм 49-сы мәктәптә ауырыусылар һаны 20% артҡан, шуға күрә әлеге ойошмалар белем биреү эшмәкәрлеген бер аҙнаға туҡтатҡан. Әгәр класта сирле уҡыусылар 20% етһә, мәғариф ойошмаһы етәксеһе айырым кластарҙа карантин индереү буйынса ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы», — тине Елена Хаффазова.
11 февралдән 17-нә ҡәҙәр республика мәктәптәренең беренсе класс уҡыусылары өҫтәмә каникулдарҙа.
Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында грипп һәм ОРВИ менән http://www.bashinform.ru/news/1272509-v-12-shkolakh-ufy-obyavlen-karantin-iz-za-bolshogo-kolichestva-zabolevshikh-/">сирләү осраҡтары арта. Һуңғы аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән күберәк кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63% ашыуы (21,1 меңе) — балалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика