12:22 (UTC+5), 11 Февраля 2019

Өфө янындағы Нуғай ауылында яңы модулле медицина пункты асылды

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында бөгөн, 11 февралдә, яңы модулле медицина пункты эшләй башланы. Учреждение 18 йәшкәсә балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Майҙаны 150 квадрат метрлыҡ амбулаторияла табип-педиатр бүлмәһе, фильтр-бокс, прививка яһау, процедура бүлмәләре, регистратура бар. Бында участка табип-педиатры һәм медицина регистраторы өсөн автоматлаштырылған эш урындары булдырылған. Был электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, рецептар яҙырға, анализдарҙың һәм үткәрелгән профилактик прививкаларҙың һөҙөмтәләрен электрон картаға индерергә мөмкинлек бирә. Участка табип-педиатры көн һайын ҡабул итә. Аҙнаһына ике тапҡыр балаларға инфекцияларға ҡаршы вакцинация үткәреү ҡаралған, лаборатория-диагностика хеҙмәте белгестәренең килеү графигы төҙөлгән, кәрәк булған осраҡта төрлө йүнәлештәге табиптарҙы саҡырыу ҡаралған.
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин медпунктты ҡарағандан һуң сабыйҙарҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн бында һөт кухняларын үҫтерергә, уларҙы тормошҡа ашырыу пункттарын ойошторорға кәрәклеген билдәләне. Әле поликлиникаға 1 726 бала беркетелгән, уларҙың 17-һе бушлай туҡланыуға, шул иҫәптән һөт кухняһын алыуға иҫәптә тора.
Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, амбулаторияның эшләй башлауы Нуғай халҡын медицина хеҙмәтләндереүе проблемаһын тулыһынса хәл итмәй. Шуға бәйле медицина бинаһын асыу менән бер рәттән 320 урынлыҡ поликлиника проекты әҙерләнә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика