14:54 (UTC+5), 11 Февраля 2019

Башҡортостанда бушлай спутник антенналарын ҡуйыуға ғаризалар ҡабул ителә

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың һанлы телевидение приёмниктарын һатып алыуға сығымдарын ҡаплайҙар һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналарын ҡуялар. «Башинформ»ға республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, бушлай тәрилкәләр ҡуйыуға тәүге ғаризалар Нуриман районында йәшәүселәрҙән килде.
«Спутник приёмниктарын ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамы цифрлы эфир телевидениеһына инмәгән зонала йәшәүселәргә күрһәтелә. Ошо зонанан ситтә урынлашҡан тораҡ пункттарҙың исемлеге РТРС сайтында баҫылған. Ярҙамды граждандарҙың ике категорияһына: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә күрһәтеү күҙаллана. Бының өсөн документтар исемлеген йыйырға кәрәк. Улар менән Матбуғат агентлығы сайтында танышырға мөмкин. Республиканың һәр районында ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтеү өсөн халыҡҡа документтар пакетын әҙерләргә ярҙам итеүсе билдәләнгән. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр менән яуаплы кешеләрҙең исемлеге бында баҫылған», — тип билдәләне Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндән Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар тулыһынса туҡтатыла. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә сигналды өҙөү 11 февралдән үк башланды. Цифрлы эфирҙы төбәктең күпселек биләмәһендә ҡарарға мөмкин. Һанлы сигнал булмаған ерҙә юлдаш тәрилкәләрен ҡуйырға тәҡдим ителә. Матбуғат агентлығы ғаризалар ҡабул итә, «Спутник-телеком» иһә аҙ тәьмин ителгән граждандарға «Телекарта» тәрилкәләрен бушлай ҡуя. Граждандарҙың ошо категорияларына хаҡы 1000 һумға тиклем һанлы приёмник һатып алған өсөн дә компенсация түләнә. Бының өсөн чек менән күп функциялы үҙәктең яҡындағы бүлексәһенә барырға кәрәк.
Цифрлы сигнал ҡаплаған карта бында.
Һанлы телевидение тураһында тулыраҡ бында һәм бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика