13:03 (UTC+5), 07 Февраль 2019

Танылған Канада хореографына башҡорт ҡумыҙы тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Канадала билдәле хореограф, музыка уҡытыусыһы һәм донъя халыҡтары фольклорын популярлаштырыусы Франс Бурк-Мороға Башҡортостандың милли музыка ҡоралы — ҡумыҙ тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Канаданың «Мираҫ» татар мәҙәниәте үҙәгендә.
2018 йылдың сентябрендә Өфөлә CIOFF —Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса советтың конференцияһы уҙҙы. Канаданан конференцияла «Квебек мираҫы» ойошмаһы президенты Ги Ландри сығыш яһаны. Ги Ландри Монреаль ҡалаһына Франс Бурк-Мороға тапшырыу өсөн варган төркөмөнә ҡараған уйын ҡоралын алып ҡайтырға теләй ине.
«Квебек мираҫы» ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ваҡытында Бурк-Моро ханымға башҡорт мәҙәниәтенең музыка ҡоралы тапшырылды, ул алыҫ Өфөгә үҙенең сикһеҙ шатлығын һәм рәхмәтен белдерә. Икенсе көндө үк Монреаль мәктәптәренең береһендәге донъя мәҙәниәте дәресендә ҡумыҙ моңо яңғыраны. Күп кенә Монреаль уҡыусылары ҡумыҙҙы тыңлай һәм «Мәктәптәрҙә артистар» дәүләт программаһы сиктәрендә донъя мәҙәниәте, оҫталыҡ дәрестәрен алып барған Бурк-Моро ханымдан Башҡортостан тураһында белә ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына үҙәктең әүҙем ағзаһы Гөлнара Шәйҙуллина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика