11:47 (UTC+5), 07 Февраль 2019

Сибай карьерын һыу менән тултырыу 8 февралдә башлана

видеонан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йома, 8 февралдә, Сибай карьерын һыу менән тултырыу башлана. Урындағы телевидениеның тура эфирында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов шул хаҡта белдерҙе.
«Ошоға тиклем карьерға һыу тултырылманы. Бөгөнгә бөтә әҙерлек эштәре тамамланды. Карьерҙы һыу менән тултырыу 500-600 метр тәрәнлектән башлана», — тип аңлатты тау-металлургия компанияһы вәкиле.
Предприятие етәкселеге сибайҙарға алып барылған эштәр барышы тураһында мәғлүмәт менән таныштырып барырға вәғәҙә бирҙе.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шахталағы процесты тура эфирҙа күрһәтеп йәки видеоға төшөрөп булмай», — тине Йәүҙәт Биккинов.
Бынан алда «Башинформ» 2018 йылдың ноябренән Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙән һауалағы насар еҫ тураһында хәбәр килә башлауы тураһында яҙҙы. Күпмелер ваҡыттан һуң белгестәр Сибай карьерында руда төтәүен һәм һауаға көкөртлө газ бүленеп сығыуын асыҡланы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Республика етәксеһе, ғалимдар менән кәңәшләшеп, карьерҙы һыу менән тултырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Уны 2019 йылдың 20 мартына тамамлау күҙаллана.
Ошо тема буйынса күберәк материалдарҙы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус бүлегендә уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика