11:30 (UTC+5), 06 Февраля 2019

Республикала йәшәүселәр сит ил вәкилдәре менән йышыраҡ никахлаша башлаған

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Былтыр Башҡортостанда йәшәүселәр Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе граждандары менән 621 никах теркәгән. Йышыраҡ — Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстан, һирәгерәк Ҡаҙағстан Республикаһы, Азербайжан Республикаһы һәм Украина граждандары өйләнешә.
«Алыҫ сит ил граждандары менән теркәлгән никахтар һаны арта. 2018 йылда шундай 202 осраҡ булды. Бында туй географияһы күпкә киңерәк. Йышыраҡ Германия, Франция, Италия, Израиль, Мысыр һәм Төркиә граждандары менән никахлашалар. Афғанстан, Пакистан, Һиндостан, Сербия, Иран, Йемен, Алжир, Польша, Норвегия, Канада, Мексика, АҠШ, Бөйөк Британия, Уганда, Кения, Нигерия, Вьетнам, Ғәрәп Әмирлектәре һәм Марокко, Кот-д'Ивуар граждандары менән никахтар ҙа аҙ түгел», — тип белдерҙеләр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
Уҙған йылда Башҡортостанда ЗАГС бүлектәре 25 388 никах теркәгән. Өфөлә 8718 пар өйләнешкән. Никахлашыусылар һаны буйынса беренсе урында Киров районы (2307 ғаилә), икенселә — Совет (1557), өсөнсөлә — Калинин (1361) районы.
Республикала беренсе урында Стәрлетамаҡ — 1863 никах, райондар араһында Әбйәлил алда бара — 332 никах.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика